08:12 (UTC+5), 16 Октябрь 2018

Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы предприятиелары «Алтын көҙ» күргәҙмәһендә 166 миҙал менән билдәләнде

БР Ауыл хужалығы министрлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Алтын көҙ» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе эшенең йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы предприятиелары тармаҡ конкурстарының 166 миҙалы менән билдәләнде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында. Уларҙың 94-е – алтын, 44-е – көмөш һәм 28-е – бронза. Башҡортостан Хөкүмәте «Күргәҙмә үҫешенә өлөш индергәне өсөн» Гран-приға лайыҡ булды.
Күргәҙмә эшләгән көндәрҙә республика стендында эшлекле осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәр уҙғарылды, мөһим килешеүҙәр төҙөлдө. Атап әйткәндә, Башҡортостан һәм Мари Иле бергәләп ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтерергә һәм продукцияны экспортлауҙы киңәйтергә килеште; Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы һәм «Технотранс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Рәсәй тимер юлы операторы ил төбәктәренә һәм экспортҡа иген ташыу тураһында һүҙ биреште. Республика Хөкүмәте һәм «ФосАгро-Регион» компанияһы республика биләмәһендә экологик яҡтан таҙа иген һәм техник культуралар үҫтереү өсөн ҡулланылған комплекслы шыйыҡ ашламалар ҡабул итеү һәм һаҡлау инфраструктураһы (логистика үҙәге, складтар) булдырыу тураһында килешеү төҙөнө.
http://www.bashinform.ru/news/1224433-predpriyatiya-bashkirskogo-apk-otmecheny-166-medalyami-vystavki-zolotaya-osen/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика