12:29 (UTC+5), 15 Октябрь 2018

Moody’s агентлығы республиканың кредит рейтингын раҫланы

Башҡортостан Финанс министрлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың оҙайлы кредит рейтингы позитив фараз менән «Ва2» кимәлендә раҫланды. Moody’s Investors Service халыҡ-ара рейтинг агентлығы шундай ҡарар сығарҙы, тип хәбәр итә республиканың Финанс министрлығы.
Агентлыҡ аналитиктары баһаһы буйынса, Башҡортостан рейтингы юғары ликвидлыҡ күрһәткесен, бурыс баҫымының түбәнлеген, консерватив бюджет сәйәсәтен, шулай уҡ иҡтисадтың тотороҡло үҫешен сағылдыра.
Әлеге ваҡытта Башҡортостан Татарстан, Ханты-Манси автономиялы округы һәм Мәскәү өлкәһе менән бер кимәлдәге кредит рейтингына эйә, тип билдәләнеләр ведомствола.
Moody’s Investors Service — халыҡ-ара рейтинг агентлығы. Кредит рейтингтарын биреү, хәүефтәрҙе тикшереү менән шөғөлләнә. Moody's Standard & Poor’s һәм Fitch Ratings менән бер рәттән тәүге ҙур өс халыҡ-ара рейтинг агентлығы иҫәбенә инә.
Агентлыҡта донъяның 26 илендә 4500-ҙән ашыу эксперт эшләй.
http://www.bashinform.ru/news/1224282-agentstvo-moody-s-podtverdilo-kreditnyy-reyting-bashkirii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика