06:00 (UTC+5), 15 Октябрь 2018

Өфөлә транспорт һәм элемтә өлкәһендә вакансиялар йәрминкәһе уҙа

Өфө хакимиәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә 18 октябрҙә Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә «Транспорт һәм элемтә» өлкәһе предприятиелары өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙа. Унда водитель, кондуктор, автомобиль ремонтлау буйынса слесарь, механик, тейәгес водителе, манипулятор, бульдозер, автогрейдер, экскаватор машинисы, тракторсы, ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса электромонтер, тәгәрмәс алмаштырыусы һәм башҡа вакансиялар тәҡдим ителә.
Йәрминкәгә килеүселәргә, ғәҙәттәгесә, мәшғүллек өлкәһендә дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә. Шулай уҡ хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, психолог кәңәштәре, һөнәри йүнәлеш буйынса консультация биреү ҡаралған. Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты — Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.
http://www.bashinform.ru/news/1223769-v-ufe-proydet-yarmarka-vakansiy-v-sfere-transporta-i-svyazi/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика