06:24 (UTC+5), 15 Октября 2018

Башҡортостанда Радий Хәбиров тәүге эш сәфәре менән «Башнефть» компанияһында булды

Станислав Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Станислав Шахов/. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән «Башнефть» компанияһы предприятиеларында булды. Компания идараһы рәйесе Андрей Шишкин менән бергә ул «Новойл»да водород етештереү ҡулайламаһын, «Башнефть-Өфөнефтехим» нефть эшкәртеү заводында биологик таҙартыу ҡоролмаларын ҡараны.
— Тәүге сәфәремде махсус рәүештә республикабыҙ иҡтисады локомотивы һәм төп һалым түләүселәрҙең береһе булған «Башнефть» компанияһына ойоштороуҙарын һораным. Мин эш менән танышырға, бында нимә барғанын, барлыҡ иҡтисады процестарҙы аңларға теләнем, — тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы республиканың эре бизнесы менән конструктив мөнәсәбәттәр булдырыуын дауам итәсәге хаҡында һөйләне.
— Эре бизнес, эре предприятиелар һалым базаһын булдыра һәм республикабыҙ үҫешенә булышлыҡ итә. Әлбиттә, был мөнәсәбәттәр конструктив булырға тейеш. Бының эш урындары ла, социаль өлкә лә, үҫеш тә, халҡыбыҙ именлеге лә икәнен яҡшы аңлайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта республика биләмәһендә эшләгән предприятиелар ҙа социаль яуаплы булырға, экология, тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге менән шөғөлләнергә тейеш. Ҙур предприятиеларҙың оҙаҡ йылдар эшләү осоронда Башҡортостандың барыһы менән дә тиерлек конструктив мөнәсәбәттәре булдырылған. Ошо трендты ла дауам итербеҙ тип уйлайым, — тине Радий Хәбиров.
Сәфәр аҙағында Андрей Шишкин республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусыға предприятиенан таҙартылған һыу өлгөһөн күрһәтте.
Евразиялағы ҙур таҙартыу ҡоролмаларын төҙөү 2017 йылда тамамланды. Улар өс предприятиенан сәнәғәт һәм хужалыҡ аҡмаһын таҙартыу өсөн тәғәйенләнгән һәм тәүлегенә 84 мең кубометр һыу таҙартырға һәләтле. Проекттың хаҡы 11,5 миллиард һум тәшкил итте.
http://www.bashinform.ru/news/1223896-pervyy-svoy-rabochiy-vizit-v-bashkirii-radiy-khabirov-sovershil-na-bashneft/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика