10:00 (UTC+5), 12 Октябрь 2018

Республикала минераль ашламалар һатыу инфраструктураһы булдырыла

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Хөкүмәте һәм «ФосАгро-Регион» компанияһы минераль ашламалар өлкәһендә үҙ-ара эш итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә Министрҙар кабинетының матбуғат хеҙмәте. Килешеү «Алтын көҙ» агросәнәғәт күргәҙмәһе барышында төҙөлдө. Был хаҡта Петербург иҡтисади форумында һөйләшеп килешелгәйне. Хәбәр ителгәнсә, «ФосАгро-Регион» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте экологик яҡтан таҙа бөртөклө һәм техник культуралар үҫтереү өсөн ҡулланылған шыйыҡ комплекслы ашламалар ҡабул итеү һәм һаҡлау өсөн инфраструктура (логистика үҙәге, келәттәр) булдырыуҙа ҡатнашырға ниәтләгәйне.
«Республика агросәнәғәт комплексына минераль ашламалар өлкәһен үҙгәртеп ҡороу талап ителә. Шуға күрә беҙ Рәсәй етештереүселәре менән берлектә ошо өлкәне комплекслы, шул иҫәптән агротехнологияларҙы һәм логистика өлөшөн, контролдә тотоу ҡоралдарын, һөҙөмтәләрҙе баһалауҙы үҫтерергә мөмкинлек биргән юл картаһын әҙерләргә уйлайбыҙ», — тине Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов. Алдан комплекслы минераль ашламаларҙы системалы рәүештә туплау юғары килемле май культуралары сәсеүлектәрен һөҙөмтәле өс тапҡыр арттырыуҙы тәьмин итте лә инде, тип билдәләне ул.
«ФосАгро-Регион» — Рәсәйҙә минераль ашламаларҙы таратыу селтәре. Республиканың агросәнәғәт комплексы менән хеҙмәттәшлек 2015 йылдан алып барыла. Ошо осорҙа компания төбәккә Череповецтан һәм Балаковонан 100 мең тоннанан ашыу «ФосАгро» төркөмө предприятиелары продукцияһын ҡайтарҙы.
http://www.bashinform.ru/news/1223303-v-bashkirii-budet-sozdana-infrastruktura-po-realizatsii-mineralnykh-udobreniy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика