11:26 (UTC+5), 10 Октябрь 2018

Мәскәүҙә осрашыуҙар индустрияһы форумында Башҡортостан үҙенең конгресс потенциалы менән таныштыра

ӨФӨ, 2018 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Бөгөн Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй осрашыуҙар индустрияһы конференцияһында Башҡортостан менән таныштырыу була. Тармаҡ белгестәре форумының темаһы – «Рәсәйҙә MICE индустрияһы: төбәктәрҙә перспективалар».
Сараны «Төбәктәр иҡтисадын үҫтереүҙең һөҙөмтәле ҡоралы булараҡ конгресс-күргәҙмә сараһы» пленар ултырышы аса. Спикерҙар араһында — Рәсәй Федерацияһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Сергей Катырин, Федерация Советының социаль сәйәсәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Игорь Фомин, Росконгресс фонды директоры Александр Стуглев, Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Николай Королев, BE IN RUSSIA проектының генераль директоры Александр Мальцев, Милли конгресс-бюро директоры Алексей Калачев.
Форумда Башҡортостандың конгресс сараларын уҙғарыу тәжрибәһен республика Конгресс-бюроһы таныштыра.
«Конгресс-бюро «MICE йүнәлештәр булараҡ Рәсәй төбәктәре» тематик дискуссияһында Башҡортостан тәжрибәһе менән таныштыра. Һуңғы йылдарҙа беҙ партнерҙарыбыҙ менән этнотурҙар, Өфө биләмәһендә һәм ҡала ситендәге базаларҙа саралар үткәреү варианттарын әҙерләнек, профессионалдар берләшмәһен ойошторҙоҡ. Конгресс-бюроның иҡтисадты үҫтереү институты һәм драйверы булараҡ роле хаҡында ла һүҙ алып барыу күҙаллана. Күләмле тармаҡ сараһын уҙғарыу Рәсәй төбәктәрендә MICE-тармаҡтың сифатлы яңы үҫешенә башланғыс һалыр тип ышанам», — тип пландары менән уртаҡлашты Башҡортостандың Конгресс-бюро директоры Николай Фадеев.
Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, конференцияның төп бурыстарының береһе — Рәсәй һәм сит ил MICE-заказсыларҙы Рәсәй төбәктәренең иң яҡшы MICE-продукттары һәм мөмкинлектәре менән таныштырыу.
Шулай уҡ бөгөн туғыҙынсы тапҡыр Russian Business Travel & MICE Award премияһын тапшырыу тантанаһы була. Йола буйынса, наградалар 15 номинация буйынса бирелә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Конгресс-бюроһының матбуғат хеҙмәтенән.
http://www.bashinform.ru/news/1222496-bashkiriya-predstavit-svoy-kongressnyy-potentsial-v-moskve-na-forume-industrii-vstrech/
1 из 1
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика