10:51 (UTC+5), 10 Октябрь 2018

Башҡортостанда йәшәүселәр ипотека кредитын теләк менән ала башлаған

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 1 сентябргә Башҡортостанда ипотека торлаҡ кредиты буйынса уртаса ставка 9,6 процент тәшкил иткән. Был йыл башына ҡарағанда бер процентҡа аҙыраҡ, тип белдерҙеләр республиканың Милли банкында.
Ошо йылдың тәүге һигеҙ айында Башҡортостанда 34 мең торлаҡ кредиты бирелгән, уларҙың күпселеге — ипотека.
Бер йыл элек ошо уҡ ваҡытта төбәктә 21,3 мең торлаҡ кредиты алынған. Төбәктә йыл башынан бирелгән торлаҡ кредитының дөйөм суммаһы 55,715 миллиард һумға еткән.
Өҫтәүенә республикала ипотека торлаҡ кредиты буйынса кредитлауҙың уртаса ваҡыты артҡан һәм хәҙер 183 ай, йәки 15 йылдан ашыу тәшкил итә.
Дөйөм алғанда, быйыл ғинуар-август айҙарында Рәсәйҙә халыҡҡа дөйөм суммаһы 1,816 триллион һумдан күберәк 911 меңдән ашыу ипотека кредиты бирелгән.
Илдә торлаҡты кредитлау ваҡыты ла артҡан һәм әле 193,8 ай, йәки 16 йылдан ашыу тәшкил итә.
http://www.bashinform.ru/news/1222636-zhiteli-bashkirii-stali-okhotnee-brat-ipotechnye-kredity/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика