05:25 (UTC+5), 09 Октября 2018

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығында эшһеҙҙәр өсөн уртаса пособие күләмен атанылар

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда сентябрҙә эшһеҙлек буйынса уртаса пособие күләме 4 266 һум йәки эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы дәүмәленән 44,7% тәшкил итте. Ошо хаҡта «Башинформ» агентлығына төбәктең Хеҙмәт министрлығы матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
Эшһеҙлек буйынса минималь дәүмәлдә пособие алыусылар өлөшө республикала 29,3% тәшкил итте, максималь — 57,0%.
Алдан «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда теркәлгән эшһеҙҙәр һаны хәҙер 18 мең кешенән артҡан.
Сағыштырыу өсөн: йыл башында төбәктә 20,7 мең «рәсми» эшһеҙ иҫәпләнгән.
http://www.bashinform.ru/news/1221862-v-mintrude-bashkirii-nazvali-sredniy-razmer-posobiya-dlya-bezrabotnogo/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика