07:28 (UTC+5), 08 Октября 2018

Республикала умартасылыҡты үҫтереүгә 614 миллион һум бүлеү күҙаллана

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостанда 2030 йылға тиклем умартасылыҡты үҫтереүгә ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә дәүләт ярҙамы программаһы буйынса республика ҡаҙнаһынан 614 миллион һум бүлеү күҙаллана. Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ревнер Бәйтуллин төбәк умартасылығын үҫтереү программаһын йәмәғәт тыңлауҙарында ошо хаҡта хәбәр итте.
Бал ҡорттары пакетын һатып алыу аша бал ҡорттары ғаиләһе һанын арттырыуға 237,5 миллион һум бүленә. Йыл һайын бал ҡорттары ғаиләһе һаны үҫеше ете меңгә етер тип көтөлә.
Сәнәғәт умарталарын һатып алыуға 244 һум, бал айыртыу буйынса технологик линияларға — 9,1 миллион һум, умартасылыҡ инвентарына — 11,3 миллион һум, тейәү техникаһына 62 миллион һум бүленә.
Умартасылыҡты үҫтереү программаһы буйынса ғилми-тикшеренеү эштәренә 50 миллион һум йүнәлтеү ҡаралған.
Ҙур сәнәғәт умарталыҡтары һаны – 65 берәмеккә тиклем, бал ҡорто ғаиләләре һаны – 460 меңгә ҡәҙәр, ә тауар балы күләме 10 мең тоннаға тиклем артыр тип күҙ уңында тотола. Етештерелгән балдың сифатын тикшереү өсөн заманса лабораториялар асыуға бәйле балды экспортҡа оҙатыу ун тапҡырға – йылына 500 тоннаға тиклем артырға тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1221261-v-bashkirii-na-razvitie-pchelovodstva-planiruetsya-vydelit-614-mln-rubley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика