11:11 (UTC+5), 08 Октября 2018

Башҡортостанда технополис булдырыу күҙаллана

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда технополис барлыҡҡа килә. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Фән һәм технологиялар йортон булдырыу проектын тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Был хаҡта оператив кәңәшмә барышында төбәк Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов хәбәр итте.
Рөстәм Мәрҙәнов һүҙҙәренсә, технополис быға тиклем БЭТО концернына ҡараған бинала асыла. Әле бында биналарҙың бер өлөшөн Башҡорт дәүләт университеты биләй. Биналарҙы федераль милектән республиканыҡына тапшырыу процедураларына йыл ярымдан ашыу ваҡыт кәрәк булды.
– Һүҙ бында тулы ҡиммәтле технополис булдырыу хаҡында бара, – тине Рөстәм Мәрҙәнов. – Илебеҙҙең ошондай технополистар төҙөү тәжрибәһенә эйә иң яҡшы, кәрәк икән, халыҡ-ара белгестәрҙе йәлеп итеп, заманса концепция төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителгән.
Быға тиклем Башҡортостан Башлығы элекке С.М. Киров исемендәге телефон аппаратураһы заводында инновация үҙәген урынлаштырыу күҙалланыуы хаҡында һөйләгәйне.
– Беҙ унда тормош ҡайнауын, көнө-төнө студенттарҙың шөғөлләнеүен, лабораториялар, кванториумдар, технопарктар, инновацион майҙансыҡтар булыуын теләйбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Рәсәйҙең алдынғы ҡалаларында яйлап технополистар – фәнде производство, мәғарифты предприятиелағы эш менән берләштергән майҙансыҡтар асыла. Уларҙың составына лабораториялар, тикшеренеү үҙәктәре, фәнни учреждениелар һәм уҡыу йорттары инә.
http://www.bashinform.ru/news/1221520-v-bashkortostane-planiruetsya-sozdat-tekhnopolis/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика