10:05 (UTC+5), 08 Октябрь 2018

Башҡорт балында гормондарҙың һәм антибиотиктарҙың миҡдарын билдәләйҙәр

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡорт балында антибиотиктарҙың ҡалдыҡ күләме буйынса 600-гә тиклем күрһәткесте билдәләй алалар. Лабораторияны йыһазландырыу пландары хаҡында Башҡортостан ғилми-етештереү ветеринар лабораторияһы директоры урынбаҫары Азамат Буканов һөйләне.
Әлеге ваҡытта лабораторияла бал ҡорттарының 36-ға яҡын сирен билдәләргә һәм әҙер продукцияны һатыуға сығарырға мөмкин.
«Быйыл йоғошло сирҙәргә аккредитация үттек, хәҙер 30 йоғошло ауырыуҙы диагностикаларға була, уларҙы хроматографта һәм полимераза-сылбырлы реакция юлы менән билдәләйҙәр», — тип һөйләне Азамат Буканов.
Өфөләге «Апимондия» Бөтә донъя умартасылар форумына лабораторияны яңыртыу һәм киңәйтеү күҙаллана.
Бер бүлек бал ҡорттары ауырыуҙарын өйрәнә, бының өсөн өс айырым бүлмә ҡаралған: бактериология, паразитология һәм вирусология. Бында пцр-диагностика буйынса заманса ҡорамал, бал ҡорттары сирҙәрен ауырыу типтары һәм серотиптары буйынса билдәләгән прибор — секвинатор ҡуйыла. Ошо уҡ прибор бал ҡорттарының тоҡомон билдәләй ала.
Бал һәм ҡортсолоҡ продукцияһын өс бинала тикшереү ҡаралған, унда капиталь ремонт үткәрелгән дә инде.
Лабораторияны йыһазландырыуға бөтәһе 20-40 миллион һум талап ителә.
«Проектҡа ярашлы, башҡорт балы һәм ҡортсолоҡ продукцияһы таможня союзы нормаларына һәм халыҡ-ара стандарттарға тап килһен өсөн импорт приборҙар менән йыһазландырыу ҡаралған. Лаборатория белгестәрен сит илдәрҙә уҡытыу күҙаллана», — тип асыҡлыҡ индерҙе Азамат Буканов.
http://www.bashinform.ru/news/1221413-v-bashkirskom-mede-budut-opredelyat-soderzhanie-gormonov-i-antibiotikov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика