05:55 (UTC+5), 05 Октября 2018

«Газпром» һәм республиканың сәнәғәт комплексы үҙ-ара килешеп эш итеү буйынса юл картаһына ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. VIII Петербург халыҡ-ара газ форумы сиктәрендә «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостандың сәнәғәт комплексы менән үҙ-ара килешеп эш итеүе буйынса юл картаһы төҙөлдө. Документҡа ҡултамғаларын республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров һәм компания Идараһы рәйесе Алексей Миллер ҡул ҡуйҙы.
Юл картаһы импортты алмаштырыу сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа һәм яңы юғары технологик ҡорамалдар етештереүҙе үҙләштереүҙә ҡатнашыуға илебеҙ етештереүселәрен йәлеп итеү сиктәрендә «Газпром» йәмғиәте өсөн һатып алыуҙарға Башҡортостан ойошмаларының сәнәғәт һәм ғилми-техник продукцияларын, продукттарын һәм хеҙмәттәрен һатып алыу һөҙөмтәлелеген һәм асыҡлығын күтәреүҙе тәьмин итә.
Планлаштырылған саралар 2018-2021 йылдар осоронда ғәмәлгә ашырыла.
Документ компания объекттарында ҡулланылған илебеҙ юғары технологик продукцияһы өлөшөн арттырыуҙы, «Газпром» стандарттары һәм Рәсәй Федерацияһы милли стандарттары буйынса талап ителгән һатыуға сығарылған продукцияның сифатын тәьмин итеүҙе, Рәсәй етештереүселәренең конкуренцияға һәләтле телекоммуникация ҡорамалдарын үҙләштереүҙе, шулай уҡ газ-мотор яғыулығы сифатында шыйыҡландырылған тәбиғи газды ҡулланыу проекттары инфраструктураһын үҫтереүҙе күҙ уңында тота.
Юл картаһы сиктәрендә импортты алмаштырыуҙа «Полигон» һәм «Салаватнефтемаш» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре менән берләштерелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу күҙаллана.
Яңы юл картаһы бер төркөм етештереүселәргә ҡарата сараларға аныҡлыҡ индерә.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ форум сиктәрендә барған махсуслаштырылған күргәҙмә экспозицияһы менән танышты. Рөстәм Хәмитов тәҡдим ителгән продукцияны ҡараны, етештереүҙе үҫтереү перспективаларын һәм диверсификациялау мөмкинлектәрен тикшерҙе.
http://www.bashinform.ru/news/1220517-podpisana-dorozhnaya-karta-po-vzaimodeystviyu-gazproma-s-promyshlennym-kompleksom-respubliki/
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика