06:31 (UTC+5), 05 Октября 2018

Автозаправкаларға алкоголь һатырға рөхсәт ителә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Автозаправкалар һыра һәм шарап менән сауҙа итә ала. Хөкүмәт автозаправкалау станцияларына өҫтәмә аҡса эшләргә рөхсәт бирҙе, тип хәбәр итә «Ведомости».
Заправкаларҙа алкоголь менән сауҙа итеүҙе кире ҡайтарыу тураһында ҡарар сентябрҙә вице-премьер Дмитрий Козак үткәргән кәңәшмәлә ҡабул ителде.
Кәңәшмәлә ҡайһы бер нефть компанияларының автозаправкалау станцияларына һыраны һәм шарапты кире ҡайтарыу буйынса тәҡдимдәре яғыулыҡты ваҡлап һатыу баҙарын тотороҡландырыу контексында тикшерелде. Ошо тәҡдимдәрҙең маҡсаты – компанияларҙың рентабеллеген арттырыу. Тейешле йөкләмәләр бирелгән, тип өҫтәне ул.
Шулай итеп, хөкүмәт Әстрхан өлкәһенән Федерация Советы ағзаһы Геннадий Орденовтың тәҡдимен хупланы. Автозаправкалау станцияларында 16,5% алкоголь һатыуҙы рөхсәт иткән алкоголь баҙарын көйләү тураһында законға төҙәтмәләр проектын Орденов уҙған йылдың ғинуарында индергәйне.
Уның фекеренсә, 2011 йылда индерелгән автозаправкалау станцияларында спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу һөҙөмтәһеҙ. Алкоголь ҡулланыу һәм уны заправкала һатып алыу мөмкинлеге араһында бәйләнеш юҡ – спиртлы эсемлекте яҡындағы магазиндарҙа ла һатып алырға мөмкин. Тыйыуҙан һуң да иҫерек водителдәр ҡатнашлығындағы авариялар һаны кәмемәне.
http://www.bashinform.ru/news/1220575-avtozapravkam-razreshat-prodazhu-alkogolya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика