07:30 (UTC+5), 04 Октябрь 2018

Башҡортостанда кемгә эш табыуы еңелерәк – тикшеренеү

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. HeadHunter белгестәре Башҡортостанда кемгә эш табыуы еңелерәк һәм ауырыраҡ булыуын асыҡлаған. Баҡтиһәң, эш эҙләүселәр араһында иң аҙ конкуренция әлеге мәлдә «Автомобиль бизнесы», «Эшсе персонал», «Инсталляция һәм сервис», «Страховкалау» һәм «Консультациялау» кеүек һөнәри өлкәләрҙә күҙәтелә. Был иҡтисади тармаҡтарҙа 27-40 мең һум эш хаҡы тәҡдим ителә.
Киреһенсә, эш эҙләүселәр араһында иң юғары конкуренция «Сеймал сығарыу» тармағында билдәләнә. Башҡортостанда был өлкәлә тәҡдим ителгән уртаса эш хаҡы 60 мең һум тәшкил итә.
Төбәктә шундай уҡ эш хаҡына юғары менеджмент өлкәһе вәкилдәре иҫәп тота ала.
Юристар өсөн тәҡдим ителгән эш хаҡы уртаса 30 мең һумға етә. «Ҡала хеҙмәте, коммерцияға ҡарамаған ойошма» өлкәһе вәкилдәре өсөн эш хаҡы буйынса уртаса тәҡдим 25 мең һум тәшкил итә.
Белгестәр билдәләүенсә, Башҡортостан эш эҙләүселәр араһында конкуренция кимәле буйынса әле Волга буйы федераль округында өсөнсө урынды биләй. Эш табыуы Ырымбур өлкәһендә ауырыраҡ, Удмуртияла – еңелерәк.
«Башҡортостанда тәҡдим ителгән һәр вакансияға бөгөн 5,4 резюме тура килә. Ҡағиҙә булараҡ, бындай нисбәттә эш биреүселәр ҙә, эшкә урынлашырға теләүселәр ҙә яҡшы һайлай ала. Әммә, хәл тармаҡҡа ҡарап айырыла ала, әлбиттә», — тип аңлатма бирҙе HeadHunter Урал матбуғат хеҙмәте етәксеһе Анна Осипова.
http://www.bashinform.ru/news/1220170-komu-v-bashkirii-proshche-vsego-nayti-rabotu-issledovanie/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика