12:06 (UTC+5), 04 Октября 2018

Башҡортостан Сәмәрҡәнд өлкәһе менән сауҙа бәйләнештәрен булдыра

Википедия
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Хөкүмәте Үзбәкстандың Сәмәрҡәнд өлкәһе менән иҡтисади хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй. Төбәктең Сәмәрҡәнд өлкәһе хакимы (губернаторы) урынбаҫары Отабек Бабаев етәкселегендәге эшлекле даирәләр делегацияһы Өфөлә булып китте, уны Башҡортостан премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡабул итте. Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һүҙ үҙ-ара файҙалы мөнәсәбәттәр булдырыу хаҡында барҙы. Үзбәкстан яғы уларҙың баҙарына Башҡортостан предприятиеларында етештерелгән аҙыҡ-түлек сығарырға, ә үҙҙәренән киптерелгән еләк-емеш, туҡыма әйберҙәр оҙатырға тәҡдим итте.
Килешеүгә 18 октябрҙә Ташкентта Рәсәй-Үзбәкстан форумында ҡул ҡуйыу күҙаллана.
Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, 2017 йылда республика һәм Үзбәкстан араһында әйләнеш яҡынса 65 миллион доллар тәшкил иткән. Биш йыл элек сауҙа 250 миллион доллар килтерә ине.
Башҡортостан Үзбәкстанға башлыса химия сәнәғәте продукцияһы, нефть продукттары, ҡара металл һәм уларҙан эшләнгән изделиелар, ағас изделиелары, картон, ҡорамалдар, аҙыҡ-түлек, туҡыма һәм башҡа әйберҙәр оҙата.
Үзбәкстандан республикаға туҡыма әйберҙәр һәм аҙыҡ-түлек, металдан эшләнгән изделиелар, минераль продукттар ҡайтарыла.
Сәмәрҡәнд өлкәһендә 3,7 миллион кеше йәшәй (баш ҡала халҡы — 530 мең кеше). Был — илдең төп туризм төбәге. Сәмәрҡәнд донъялағы боронғо ҡалаларҙың береһе, унда Урта быуатта төҙөлгән бик күп архитектура ҡомартҡылары бар.
http://www.bashinform.ru/news/1220331-bashkiriya-vstupit-v-torgovye-otnosheniya-s-samarkandskoy-oblastyu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика