06:15 (UTC+5), 04 Октября 2018

Башҡортостан халҡы капиталь ремонтҡа иғәнәләр буйынса бурысын онлайн-режимда белә ала

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Төбәк операторы сайтында яңы «Үҙ бурысыңды белеү» сервисы эшләй башланы. Бүлектә хужалары ике айҙан ашыу капиталь ремонтҡа иғәнә түләмәгән биналар тураһында мәғлүмәт бирелгән. Бурыстар буйынса мәғлүмәттәр ай һайын 15-нән ҡалмай яңырып торасаҡ.
Яңы сервис торлаҡ һатып алыусыларға капиталь ремонтҡа булыстар буйынса мәғлүмәт биреүгә йүнәлтелгән, сөнки ул фатирҙың яңы хужаһына күсә, дәүләт, республика һәм муниципаль мөлкәте буйынса бурыстарҙы иҫәпкә алмағанда.
«Үҙ бурысыңды белеү» сервисына ошо һылтанма буйынса күсергә мөмкин. Эҙләү юлына адрестың бер өлөшөн яҙырға һәм килеп сыҡҡан исемлектән тейешле йортто һайларға кәрәк. Сервиста айлыҡ түләү суммаһы һәм ағымдағы ай өсөн түләүҙәр иҫәпкә алынмаған бурыс тураһында мәғлүмәт сағыла, тип аңлаттылар Төбәк операторының матбуғат хеҙмәтендә.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, республикала күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонтҡа иғәнәләр йыйыу арта.
10 сентябргә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, был күрһәткес Башҡортостанда 94,4% еткән, былтыр 91,2% булған. Йыл башынан Башҡортостан халҡы йорттарҙа капиталь ремонтҡа дөйөм 1,810 миллиард һумдан ашыу иғәнә түләгән. Иғәнәләр буйынса бурыс 140 миллион һумдан артып китә.
http://www.bashinform.ru/news/1220122-zhiteli-bashkirii-mogut-uznat-zadolzhennost-po-vznosam-na-kapremont-v-onlayn-rezhime/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика