06:30 (UTC+5), 03 Октября 2018

Рәсәй Хөкүмәте долларҙан баш тартыу планын әҙерләй

Андрей Старостин
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Рәсәй Хөкүмәте ил иҡтисадын долларҙан баш тарттырыу буйынса проект әҙерләй, тип хәбәр итә РБК The Bell баҫмаһына һылтанып. Бер-ике аҙнанан планды ил Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев раҫларға тейеш.
Хөкүмәт әҙерләгән проектта ниндәйҙер сикләү йәки тыйыу саралары тураһында һүҙ бармай, долларҙа иҫәпләшеүгә тыйыу булмай.
Иғтибар милли валюталарҙа иҫәпләшеү өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. План валюта контролен еңеләйтеүҙе һәм валюта ҡануниәтен либерализациялауҙы иҫәптә тота.
Хөкүмәт күҙ уңында тотҡан төп маҡсат – Рәсәйҙең ҙур сауҙа партнерҙары менән иҫәпте – Ҡытай һәм Европа илдәре менән – юанға һәм евроға, Евразия иҡтисади союзы илдәре менән – һумға күсереү. Бының өсөн бизнесҡа артыҡ сығымдарһыҙ теләгән валютала иҫәпләшеү мөмкинлеге биргән уңайлы механизмдар булдырыу талап ителә. Ошондай механизмдар араһында – үҙәк банктары кимәлендә икенсе ил валютаһында ликвидлыҡҡа юл асыу мөмкинлеге биргән (уны валюта баҙарында һатып алыу кәрәклеген урап) инструменттар булдырыу.
http://www.bashinform.ru/news/1219591-pravitelstvo-rossii-razrabatyvaet-plan-otkaza-ot-dollara/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика