10:48 (UTC+5), 03 Октябрь 2018

Өфөлә социаль эшҡыуарҙарҙың республика форумы үткәрелә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 30 октябрҙә Өфөлә социаль эшҡыуарҙарҙың IV республика форумы ойошторола.
Форум Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы булышлығында уҙғарыла.
Форум төбәгебеҙҙең һәм Рәсәйҙең социаль өлкәләге иң яҡшы проекттарын күрһәтеүгә, социаль эшҡыуарлыҡты артабан үҫтереү өсөн этәргес биреүгә, эшҡыуарҙарҙы социаль бизнес өлкәһенә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
Сараны ойоштороусылар фекеренсә, «Демография», «Мәғариф», «Бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡ һәм индивидуаль эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам итеү» милли проекттары сиктәрендә социаль эшҡыуарҙарҙың эшмәкәрлеген әүҙемләштереү иҫәбенә ил иҡтисадын һиҙелерлек үҫтерергә мөмкин.
Форум барышында «Йылдың иң яҡшы социаль проекты— 2018» республика конкурсы лауреттарын бүләкләү була.
Төрлө темаларға фекер алышыу майҙансыҡтары, семинарҙар уҙғарыла.
Ҡатнашыусыларҙың форум эксперттарынан һәм бизнес-тренерҙарҙан файҙалы мәғлүмәт алыу, үҙҙәренең проекты йәки идеяһы өҫтөндә эшләү мөмкинлеге бар.
Көндөң икенсе яртыһында теләге булған һәр кем өсөн Өфөнөң социаль предприятиеларына экскурсиялар ойошторола, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Социаль өлкә инновациялары үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән.
Форумды уҙғарыу урыны: Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 40, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йорто.
Сара иртәнге сәғәт 10-да башлана, теркәү — сәғәт 9-ҙан.
Ҡатнашыу бушлай. Дәүләт Йыйылышы бинаһына инеү өсөн форумдың сайтында алдан теркәлеү мотлаҡ.
Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефондар: 8 (347) 264-62-90, 8 (347) 243-38-37; электрон почта: mail@ciss-rb.ru.
http://www.bashinform.ru/news/1219675-v-ufe-proydet-respublikanskiy-forum-sotsialnykh-predprinimateley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика