03:45 (UTC+5), 02 Октября 2018

Салауат районында тәүге бағыр фермаһы асылды

Эдуард Шәрәфетдинов
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республиканың Салауат районында, Ҡыҙырбаҡ ауылы эргәһендә, ошо районда тәүге балыҡсылыҡ фермаһы эшләй башланы.
Бында, Йүрүҙән йылғаһына ҡойған, Ләүзә йылғаһы тамағында өс балыҡ үрсетеү каналы төҙөлгән, унда йәйғор һәм алтын бағыр балығы төрҙәренең 10 мең селбәрәмәһе ебәрелгән.
Туристар өсөн туҡталҡа һәм тирмә менән ял итеү урыны эшләнгән. Киләсәктә туристик йорттар һәм мунсалар төҙөү күҙаллана.
Балыҡсылыҡ фермаһының проект ҡеүәте – йылына 30 тонна бағыр балығы. Өҫтәмә йүнәлеш – Ләүзә йылғаһында ҡырағай йылға бағыры популяцияһын тергеҙеү һәм Йүрүҙән йылғаһында бәрҙе балығын популярлаштырыу.
Республиканың төньяҡ-көнсығыш биләмәһендә айырым ҡиммәтле балыҡ төрҙәрен үрсетеү буйынса бассейн-канал балыҡсылыҡ хужалыҡтарын үҫтереүгә йүнәлтелгән проектты ойоштороусылар планында – бағыр селбәрәһе үрсетеү өсөн ябыҡ етештереү циклына сығыу менән инкубатор төҙөү.
http://www.bashinform.ru/news/1218832-v-salavatskom-rayone-bashkirii-otkryta-pervaya-forelevaya-ferma/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика