09:26 (UTC+5), 01 Октябрь 2018

Үҙәк банк бензинға хаҡтар буйынса фараз бирҙе

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 2018 йылдың аҙағына тиклем бензин һәм дизель яғыулығы ҡиммәтләнмәй, тиелә Үҙәк банктың аҡса-кредит сәйәсәте буйынса докладында. Был хаҡта «Известия» хәбәр итә.
Иҡтисади үҫеш министрлығында көйләүсенең фаразы менән риза булыуҙарын белдерәләр. Дөйөм алғанда, ил буйынса йәй аҙағында бензиндың бер литры 43,27 һум, дизель 44,53 һум тора ине. Хөкүмәт ҡабул иткән саралар, биржа һатыуҙары күләмен киңәйтеү һәм ҙур нефть компанияларының хаҡтарҙы туңдырыу буйынса килешеүҙәрҙе үтәүе яғыулыҡтың хаҡын һаҡлауға булышлыҡ итергә тейеш. Ләкин, эксперттар билдәләүенсә, бензинды һәм дизелде ваҡлап һатыусылар үҙҙәренә зыянға эшләй, ә нефть тармағында акциздарҙың һәм һалым маневрының артыуы сәбәпле хаҡтарҙың күтәрелеүе ихтимал.
http://www.bashinform.ru/news/1218488-tsentrobank-dal-prognoz-po-tsenam-na-benzin/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика