Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.67
-0.23
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Октябрь 2018, 13:00

Өфө йәштәре һөнәрҙәр йәрминкәһендә эш таба ала

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 4 октябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында йәштәр өсөн һөнәрҙәр йәрминкәһе була. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр иттеләр.
Тәҡдим ителгән вакансиялар араһында — администратор, водитель, тәрбиәсе, йөк тейәүсе, инженер, кондуктор, консультант, курьер, менеджер, шәфҡәт туташы, официант, ашнаҡсы, һатыусы, электрик һәм башҡа һөнәрҙәр.
Йәрминкәгә килеүселәргә, ғәҙәттәгесә, мәшғүллек өлкәһендә дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә. Шулай уҡ хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, психолог кәңәштәре, һөнәри йүнәлеш буйынса консультация биреү ҡаралған.
Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.
Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты — Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.
http://www.bashinform.ru/news/1218062-molodezh-ufy-smozhet-nayti-rabotu-na-yarmarke-vakansiy/
Читайте нас: