04:40 (UTC+5), 01 Октября 2018

Башҡортостан Һиндостанға 20 тонна һарыҡ йөнө оҙатты

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандан Һиндостанға һарыҡ йөнө партияһы оҙатылды. Новороссийск диңгеҙ порты аша сеймалды «Статус» компанияһы ебәрҙе. Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Рәсәй Федерацияһының дәүләт сигендә һәм транспортта ветеринария күҙәтеү бүлеге белгестәре 19,647 тонна сеймал партияһын тикшергән.
Ошо продукцияға Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте сит илгә сығарыуға рөхсәт биргән. Һарыҡ йөнө мал ауырыуына лаборатор тикшереү үткән һәм импортер ил талаптарына тап килә тип табылған. Күҙәтеү ведомствоһында аңлатыуҙарынса, Башҡортостан зарарлы хайуан ауырыуҙары буйынса имен төбәк. Был продукция партияһына 5F формаһында экспорт ветерианария сертификаты бирелгән.
http://www.bashinform.ru/news/1218475-bashkiriya-otpravila-20-tonn-ovechey-shersti-v-indiyu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика