05:31 (UTC+5), 28 Сентябрь 2018

Республика бюджетында һаулыҡ һаҡлауға, мәғарифҡа һәм социаль ихтыяждарға 5-шәр миллиард һум өҫтәйҙәр

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Хөкүмәтендә алдағы өс йылға республика бюджеты тураһында мәғлүмәт бирҙеләр. Башҡортостан премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов һүҙҙәренсә, 2019 йылға һәм 2020, 2021 йылдарҙың план осорона республика бюджеты бығаса булмаған ҙур күләмдә билдәләнгән.
«Барлыҡ өҫтәмә килемдәр республиканың үҫеш стратегияһы өҫтөнлөктәрен тормошҡа ашырыуға, тәү сиратта төбәк халҡының уңайлы йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелә. Һүҙ сифатлы һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү хаҡында бара. Ошо статьяларға бюджет сығымдары һиҙелерлек арттырыла: һәр өлкәгә яҡынса 5-әр миллиард һум»,— тине премьер-министр.
Башҡортостан Республикаһының финанс министры Рида Собханҡолова әйтеүенсә, республика бюджеты килеменең дөйөм күләме 2019 йылда – 171,1 миллиард һум, 2020 йылда – 175,9 миллиард һум, ә 2021 йылда 183,6 миллиард һум тәшкил итә.
Ҡаҙна сығымдары структураһында алдағы өс йыллыҡ осорға алдан планлаштырылған барлыҡ социаль өҫтөнлөктәр һаҡланған һәм хатта киңәйтелгән. Сығымдарҙың яҡынса өстән ике өлөшөн социаль әһәмиәтле сығымдарға йүнәлтеү ҡаралған.
Бюджет ассигнованиеларының ҙур ғына күләме республика адреслы инвестиция программаһын бойомға ашырыу өсөн күҙаллана, был Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы уңайынан объекттар төҙөү кәрәклеге менән бәйле.
Башҡортостан Республикаһы бюджеты дефициты 2019 йылда 20 миллиард һум кимәлендә билдәләнгән (2020 йылда 17 миллиард һумға тиклем һәм 2021 йылда 10 миллиард һумғаса кәметелә). Дефицитты финанслау сығанаҡтары тулы күләмдә билдәләнгән. Башҡортостан, элекке кеүек үк, бурыс йөкләмәһе түбән булған субъекттарға ҡарай.
http://www.bashinform.ru/news/1217525-v-byudzhete-bashkirii-dobavyat-po-5-mlrd-na-zdravookhranenie-obrazovanie-i-sotsialnye-nuzhdy-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика