16:40 (UTC+5), 28 Сентября 2018

Башҡортостанда Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш комплекслы планы раҫланды

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Хөкүмәте төбәктең Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш комплекслы планын раҫланы.
Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, документҡа 15,2 миллиард һум самаһы өҫтәмә финанслау күләме менән 150 сара инә. Атап әйткәндә, демографик хәлде яҡшыртыуға, Рәсәй Президентының «май» указдарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә хеҙмәт мөнәсәбәттәрен үҫтереүгә, республикала уңайлы инвестиция мөхите булдырыуға, шулай уҡ дәүләт мөлкәтен файҙаланыу һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелгән сараларға ярҙам күрһәтелә.
Бынан тыш, планға төбәк операторҙары системаһын индереү һәм ҡаты-көнкүреш ҡалдыҡтарын үҙәкләштерелгән йыйыу һәм эшкәртеүҙе ойоштороу иҫәбенә экологик именлекте арттырыу өлкәһендәге башланғыстар ингән.
Сәнәғәт тармағында индустриаль парктарҙы үҫтереү буйынса өҫтәмә саралар ғәмәлгә ашырыла.
Агросәнәғәт комплексы өлкәһендә табыш килтереүсе проекттарға грант ярҙамы иҫәбенә ҡулланыусылар кооперацияһы системаһын үҫтереү тәҡдим ителә.
Социаль өлкәлә ғаилә именһеҙлеген иҫкәртеү һәм ғаилә-хоҡуҡи бәхәстәрен хәл иткәндә медиация институтын индереү күҙаллана.
Инвестиция өлөштәренә ҡағылғанда, план инвесторҙарға яңы дәүләт ярҙамы механизмдарын әҙерләүҙе күҙ уңында тота.
Министрлыҡта билдәләүҙәренсә, әлеге мәлдә төбәктең Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш комплекслы планы 2030 йылға тиклем Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы менән синхронлаштырылған. Улар араһында – кешелек капиталы, иҡтисадтың реаль секторы, биләмәләрҙең баланслы үҫеше һәм дәүләт идаралығы.
http://www.bashinform.ru/news/1218071-v-bashkirii-utverzhden-kompleksnyy-plan-operezhayushchego-sotsialno-ekonomicheskogo-razvitiya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика