16:08 (UTC+5), 28 Сентября 2018

2019 йылдан республикала торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһы буйынса ставка түбәнәйә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Киләһе йылдың башынан торлаҡ өсөн аҡса туплау республика программаһы буйынса процент ставкаһын түбәнәйтеү күҙаллана, тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов.
Бынан тыш, ошо ваҡыттан башлап программала граждандарҙың барлыҡ категориялары ла ҡатнаша ала.
«Торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһында ҡатнашыусылар өсөн ипотека кредиты буйынса ставканы түбәнәйтеү тураһында тәҡдим бар. Беҙ уны ошо эштә ҡатнашҡан кредит ойошмалары менән тикшерҙек һәм уларҙа аңлау таптыҡ. Уның күпмегә түбәнәйеүе тураһында һөйләү әлегә иртәрәк, сөнки тәүҙә банк өсөн иҡтисади файҙаны иҫәпләргә кәрәк. Хәҙер торлаҡ өсөн аҡса туплау республика программаһында ҡатнашыусылар өсөн кредит буйынса ставка 6-нан 7 процентҡа тиклем тирбәлә. Түбәнәйеүе лә мөмкин», — тип белдерҙе журналистарға Рөстәм Мәрҙәнов Өфөлә Рәсәй банкының банк системаһын үҫтереүгә арналған түңәрәк өҫтәле йомғаҡтары буйынса.
Уның һүҙҙәренсә, төбәк Хөкүмәте программаға ошондай үҙгәрештәр индереүҙе күҙ уңында тотҡан ҡарар проектын ҡарауға индергән. «Был үҙгәрештәр ағымдағы йылдың аҙағына тиклем индерелер һәм 2019 йылдың башынан үҙ көсөнә инер тип өмөтләнәбеҙ», — тип өҫтәне премьер.
Башҡортостанда торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһы 2014 йылдан тормошҡа ашырыла. Уның бурысы — республикала йәшәүселәргә ипотекаға торлаҡ алыу өсөн тәүге иғәнәгә аҡса йыйырға ярҙам итеү.
Программа шарттарына ярашлы, граждандар банкта өс йылдан алты йылға тиклем вклад аса. Айлыҡ иғәнәгә республика бюджетынан иғәнә суммаһынан 30% тиклем күләмдә премия өҫтәлә. Башланғыс иғәнә туплағандан һуң, программала ҡатнашыусыларҙың йылына 6-7% менән льготалы ипотека алыу мөкинлеге бар.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 7 меңдән ашыу кеше башланғыс иғәнә өсөн ошо вкладтарҙы файҙалана.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, торлаҡ өсөн аҡса туплау республика программаһын Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә тормошҡа ашырырға уйлайҙар.
http://www.bashinform.ru/news/1217918-s-2019-goda-v-bashkirii-snizitsya-stavka-po-programme-zhilstroysberezheniy-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика