11:32 (UTC+5), 27 Сентябрь 2018

Республика баш ҡалаһының бюджеты 1,3 миллиард һумға артҡан

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Бөгөн Өфөлә ҡала Советының сираттағы ултырышында 2018-2020 йылдарға ҡала бюджетына үҙгәрештәр раҫланды.
Республика бюджетынан бүленгән аҡса иҫәбенә Башҡортостандың баш ҡалаһы ҡаҙнаһы 2018 йылда – 1 миллиард 326 миллион һумға, 2019-ҙа – 1 миллиард 517 миллионға, 2020 йылда 775 миллион һумға арта, тип хәбәр итә ҡала Советының матбуғат хеҙмәте.
Сығымдар Ағиҙел йылғаһында ярҙы нығытыусы инженер ҡоролмаларын төҙөүгә, урындағы үҙидара органдары вәкәләттәрен башҡарғанда килеп тыуған сығым йөкләмәләрен берлектә финанслауға, урындағы башланғыстарға нигеҙләнгән йәмәғәт инфраструктураһы үҫеше проекттарын берлектә финанслауға, минималь хеҙмәт хаҡын күтәреүгә бәйле муниципаль учреждение хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына йүнәлтелә.
Өфөнөң 2018 йылға аныҡланған бюджеты әлегә ваҡытта түбәндәгесә: килем – 25,95 миллиард һум, сығым – 26 миллиард һум, дефицит – 52,9 миллион һум.
2019-2020 йылдарҙың план осорона бюджет дефицитһыҙ тип күҙаллана. Уның килеме һәм сығымы 2019 йылда – 22,9 миллиард һум, 2020 йылда иһә 21,7 миллиард һум тәшкил итергә тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1217226-byudzhet-stolitsy-bashkirii-uvelichilsya-na-1-3-milliarda-rubley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика