Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Сентябрь 2018, 08:25
Пенсия алды йәшендәге өфөләр вакансиялар йәрминкәһендә эш таба ала
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 27 сентябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында пенсия алды һәм пенсия йәшендәге кешеләр өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙа. «Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, тәҡдим ителгән вакансиялар араһында – һаҡсы, хеҙмәтсе ҡатын-ҡыҙ, урам һепереүсе, етештереү һәм хеҙмәт бүлмәләрен йыйыштырыусы, курьер, промоутер, аш-һыу бүлмәһе эшсеһе, ашнаҡсы, ярҙамсы эшсе, иғландар йәбештереүсе, балта оҫтаһы, слесарь-сантехник, электрик.
Ғәҙәттәгесә, йәрминкәгә килгәндәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә, шул иҫәптән хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, психолог кәңәше, компьютер диагностикаһы һәм һөнәри йүнәлеш буйынса консультация бирелә.
Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.
Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты — Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.
http://www.bashinform.ru/news/1216589-ufimtsy-predpensionnogo-vozrasta-smogut-nayti-rabotu-na-yarmarke-vakansiy/
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
халыҡ мәшғүллеге
вакансиялар йәрминкәһе
Читайте нас: