Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
7+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Сентябрь 2018, 14:00
Октябрҙә республика эшҡыуарҙарын бушлай консультацияларға саҡыралар
Башҡортостан эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса бушлай индивидуаль консультациялар циклын дауам итә.
Дүшәмбе,
1 октябрҙә
көндөҙгө сәғәт 3-тән Социаль өлкәнең инновациялар үҙәге етәксеһе Ирина Абрамова «Социаль эшҡыуарлыҡ: бизнес өсөн яңы өлкәләр» темаһы буйынса консультация үткәрә.
8 октябрҙә
сәғәт 3-тә Республика интеллектуаль милекте теркәү үҙәге етәксеһе Андрей Таюсов «Тауар билдәһен теркәү» темаһы буйынса сығыш яһай.
16 октябрҙә
сәғәт 3-тә «Өфөлә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу өсөн ер участкаларын рәсмиләштереү үҙенсәлектәре» темаһы буйынса Башҡортостан эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһының ерҙән файҙаланыу мәсьәләләре буйынса эксперты Сергей Колодкин консультация бирә.
Консультациялар Өфө, Индустриаль шоссе, 44/1, 6-сы павильон, 6-22-се бүлмә адресы буйынса уҙа, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһының матбуғат хеҙмәтенән.
Алдан теркәлеү өсөн телефондар: (347) 264-62-90, 243-38-37, e-mail: aoprb@mail.ru.
http://www.bashinform.ru/news/1217100-predprinimateley-bashkirii-v-oktyabre-priglashayut-na-besplatnye-konsultatsii-/
Теги:
эшҡыуарлыҡ
консультациялар
Читайте нас: