15:30 (UTC+5), 27 Сентября 2018

Эксперттар Башҡортостандағы тиҙ үҫешкән компаниялар күберәк булған тармаҡтарҙы атаны

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда тиҙ үҫешкән — биш йылдан ашыу баҙарҙа эшләгән һәм һуңғы өс йылда һатыуҙан килгән аҡсаның уртаса йыллыҡ үҫеш темпы 10% кәм булмаған 150-нән ашыу компания иҫәпләнә. Республиканың Стратегик тикшеренеүҙәр институты ошондай мәғлүмәттәр килтерә.
Шуларҙан туғыҙ компания — йыллыҡ әйләнеше 2 миллиард һумдан күберәк ҙур бизнес сегментында.
Йыллыҡ әйләнеше 0,8-ҙән 2 миллиард һумға тиклем уртаса бизнесҡа 20-нән ашыу предприятие ҡарай.
Күпселек компаниялар бәләкәй бизнес һәм микробизнес сегменттарында — 50-нән һәм 70-тән ашыу. Уларҙың йыллыҡ әйләнеше 120-800 миллион һум һәм 120 миллион һумға тиклем тәшкил итә.
Баҙарҙа биш йылдан ашыу эшләү ошондай компанияларҙың йәшәүгә һәләтле булыуы хаҡында һөйләй, сөнки республикалағы йөҙҙәрсә йәш предприятиеларҙың туғыҙы ғына тороп ҡала, тип иҫәпләй институт белгестәре. Һуңғы өс йылда керемдең үҫеш темпы 10% кәм булмауы был предприятиеларҙың төбәк иҡтисадына үҫеш терәге булырға һәләтлелеге хаҡында һөйләй. Сағыштырыу өсөн: һуңғы өс йылда Башҡортостан тулайым төбәк продуктының үҫеш темпы яҡынса 3,28% тәшкил итте.
«Шәхси тиҙ үҫешкән компанияларға — үҫеш лидерҙарына булышлыҡ итеү» проекты етәксеһе, иҡтисад фәндәре кандидаты Альмира Нәғимова әйтеүенсә, тиҙ үҫешкән компаниялар иҡтисадтың яңы сеймал булмаған моделе булып тора.
«Хәҙер уларҙың төбәк иҡтисадына индергән өлөшө 9% тәшкил итә, ә мәшғүлдәр һаны — 40 мең кеше — «Башнефть» хеҙмәткәрҙәре һанынан артып китә. Өҫтәүенә улар юғары етештереүсәнле эш урындары, инженерҙар һәм техниктар, — тине ул. — Республикалағы тиҙ үҫешкән компанияларҙың уртаса йыллыҡ үҫеш темпы уртаса 32,5% тәшкил итә. Был атап үтелгән «Башнефть» (12%) һәм Башҡортостандың тәүге 100 иҫәбенә ингән компанияларҙан (16%) юғарыраҡ».
Иҡтисадсы һүҙҙәренсә, тиҙ үҫешкән компанияның типик «портреты» түбәндәгесә. Предприятие юғары технологиялы производство базаһында булдырылған, инновациялы продукция етештерә, федераль һәм тышҡы баҙарға йүнәлтелгән. Өҫтөнлөклө баҙарҙар иҫәбендә — Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре, Ҡытай һәм Евросоюз илдәре. Тиҙ үҫешкән компанияға нигеҙ һалыусы, ҡағиҙә булараҡ, эшҡыуарлыҡ һәләте булған инженер.
http://www.bashinform.ru/news/1217265-bystrorastushchie-kompanii-bashkirii-stanovyatsya-oporoy-dlya-regionalnoy-ekonomiki-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика