16:36 (UTC+5), 26 Сентября 2018

Торлаҡты реновациялау республиканың ике ҡалаһына ҡағыла – Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты республикала аҙ ҡатлы торлаҡты реновациялау проектын әҙерләй. Проектты әҙерләү республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса алып барыла, тип хәбәр итте Өфөләге Төҙөлөш бизнес-форумында төбәктең Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Артем Ковшов.
«Республикабыҙҙағы торлаҡ төҙөү баҙарының үҙенсәлеген иҫәпкә алып, беҙ өс ҡаттан бейегерәк — совет һәм постиндустриаль осорҙа һалынған биш йәки туғыҙ ҡатлы — торлаҡ фондын реновациялауҙың маҡсатҡа ярашһыҙ булыуын аңлайбыҙ. Шуға күрә аҙ — ике ҡатҡа тиклемге торлаҡты, бәлки, шәхси торлаҡ фондын да реновациялау тураһында башланғысты тәҡдим итәбеҙ», — тип белдерҙе Артем Ковшов.
Торлаҡтың квадрат метры хаҡынан сығып, реновациялау республиканың Өфө һәм Стәрлетамаҡ кеүек ҡалаларына ҡағылыр тип күҙаллана.
Хәҙерге ваҡытта федераль закон проекты банктың реновациялауҙа ҡатнашҡан шәхси төҙөүселәрҙе финанслауын да иҫәпкә ала.
«Беҙ әлеге тәҡдимебеҙ менән ошо проектта ҡатнашҡан шәхси инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар булдырырға теләйбеҙ. Һүҙ төҙөлөштән тыш, беренсел торлаҡ фондын булдырыу хаҡында ла бара», — тип өҫтәне Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты вәкиле.
Бөгөнгә торлаҡты реновациялау программаһы әлегә Мәскәүҙә генә эшләй.
http://www.bashinform.ru/news/1216609-renovatsiya-zhilya-kosnetsya-dvukh-gorodov-bashkirii-gosstroy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика