10:29 (UTC+5), 26 Сентября 2018

Рәсәй Хөкүмәте Башҡортостандағы «Көнсығыш сығыу юлы»на 19,9 миллиард һум бүлә – киң мәғлүмәт саралары

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Рәсәй Хөкүмәте Өфөнән яңы сығыу юлын төҙөү проекты буйынса дәүләт ярҙамы сиктәрендә М-5 «Урал» федераль әһәмиәттәге автомобиль юлына федераль бюджеттан аҡса бүлеү тураһында ҡарар ҡабул итте, тип хәбәр итә «Интерфакс» ошо хәл менән таныш сығанаҡҡа һылтанма менән. Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта БРИКС-тың Яңы үҫеш банкы менән Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөн финанслау тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу хаҡында хөкүмәт бойороғо проекты әҙерләнгән һәм килешеүгә ебәрелгән.
«Көнсығыш сығыу юлы» проектының баһаланған хаҡы 34,5 миллиард һум тәшкил итә, шул иҫәптән 19,9 миллиард һумы – федераль бюджет аҡсаһы, 10 миллиард һумы – шәхси инвестициялар. Башҡортостан федераль финанслауҙың тәүге өлөшөн 2018 йылда алыр тип күҙаллана.
«Көнсығыш сығыу юлы» — республикала концессия килешеүҙәре тураһында закон нигеҙендә тормошҡа ашырылған ҙур инвестиция-инфраструктура проекты. Концессия ваҡыты – 25 йыл.
Бынан алда 2017 йылдың 1 июнендә ВТБ һәм Башҡортостан властарының түләүле автомобиль юлын — Өфөнән М-5 трассаһына яңы сығыу юлын финанслау, төҙөү һәм файҙаланыуға тапшырыу тураһында концессия килешеүенә ҡул ҡуйыуы хаҡында хәбәр ителгәйне. Килешеү сиктәрендә 1992 йылда башланған 1,2 саҡрым оҙонлоҡтағы автомобиль юлы тоннелен, шулай уҡ 2,5 саҡрым оҙонлоҡтағы күпер үткәүелен һәм 11,5 саҡрым оҙонлоҡтағы автомобиль юлын төҙөүҙе тамамлау, түләтеү системаһын һәм юл хәрәкәте менән идара итеү, шулай уҡ юлды тәртиптә тотоу һәм файҙаланыу өсөн махсус база булдырыу ҡаралған.
Башҡортостан проекттың концессионерына йылына 1,2 миллиардтан 3,3 миллиард һумға тиклем түләй. Түләүҙәр 2022 йылда, объектты файҙаланыуға тапшырғандан һуң башлана һәм 2031 йылда тамамлана.
http://www.bashinform.ru/news/1216464-pravitelstvo-rf-vydelit-na-vostochnyy-vyezd-v-bashkirii-19-9-mlrd-smi/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика