06:05 (UTC+5), 26 Сентябрь 2018

Башҡортостандың Урал аръяғында заманса йәшелсә һаҡлағысы төҙөлә

Эльвира Латипова
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. «Йылайыр» ҡулланыусылар кооперацияһы 2019 йыл аҙағына тиклем Урал аръяғында ауыл хужалығы продукцияһын заманса һаҡлау һәм эшкәртеү инфраструктураһы булдырырға ниәтләнә. Дөйөм 12 миллион һум капитал менән проект Башҡортостан Республикаһының Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә ингән.
Социаль һөҙөмтә лә көтөлә: сеймал эшкәртеүселәр шәхси ярҙамсы һәм фермер хужалыҡтарынан ауыл хужалығы продукцияһы ҡабул итәсәк, ул ауыл халҡына аҡса эшләргә ярҙам итәсәк.
Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәте буйынса, төбәк власы ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдар һатып алыуға инвесторға субсидиялар һәм льготалы заемдар менән ярҙам итә.
Халыҡтың ауыл хужалығы продукцияһын һаҡлау һәм эшкәртеү системаһын ойоштороу – Башҡортостан өсөн көнүҙәк тема. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселек бүлегендә «Башинформ» агентлығына ауыл хужалығы предприятиелары үҫтергән йәшелсә һәм картуфты һаҡлау менән бәйле проблемалар юҡ тип хәбәр иттеләр. Фараздар буйынса, ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары 42 мең тонна самаһы картуф һәм асыҡ грунттан 36 мең тонна йәшелсә йыялар. Шул уҡ ваҡытта йәшелсә һәм картуф һаҡлағысының ҡеүәте – 86 мең тонна. Дөрөҫөн әйткәндә, уларҙың ҡайһы берәүҙәре заманса талаптарға яуап бирмәй һәм кәрәкле климатты тота алмай. Халыҡтың продукцияһы менән тағы ла ҡатмарлыраҡ.
«Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа үҫтерелгән продукцияны һаҡлау өсөн ҡеүәттәр етмәй. Шәхсиҙәрҙең продукцияһын йыйыу һәм эшкәртеү системаһын яйға һалырға кәрәк. Был иҡтисади генә түгел, социаль мәсьәлә лә. Шуға «Йылайыр» ҡулланыусылар кооперацияһының проектын хупларға ҡарар ителде»,— тине Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Алмаз Ғәлимов.
http://www.bashinform.ru/news/1216313-v-bashkirskom-zaurale-postroyat-sovremennye-ovoshchekhranilishcha/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика