07:40 (UTC+5), 25 Сентября 2018

Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы автомобилселәр өсөн түләүле була

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. М-5 һәм М-7 федераль трассаларын тоташтырған Өфөнән яңы сығыу юлы проекты автомобилселәр өсөн түләүле була. Был хаҡта ТАСС Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәновҡа һылтанма менән хәбәр итә.
«Юлда йөрөү тулыһынса түләүле була. Әлеге ваҡытта республика ошо проектты тормошҡа ашырыуға 1,2 миллиард бүлде, беҙҙең яҡтан эш дауам итә, Рәсәй Транспорт министрлығынан тейешле ярҙам көтәбеҙ», — тип ведомство башлығының һүҙҙәрен килтерә агентлыҡ.
Төбәк властары федераль ҡаҙнанан берлектә финанслау көтә.
«Хәҙер Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең ҡайһы бер субъекттарға, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһына ҙур инвестиция проекттарын бойомға ашырыуға бюджет-ара трансферттар еткереү тураһында бойороҡ проекты әҙерләнә», — тине агентлыҡ әңгәмәсеһе.
2018-2021 йылдар дауамында «Көнсығыш сығыу юлы» проекты буйынса дөйөм сығымдар 34 миллиард һумға баһалана. Ул 1992 йылда башланған 1,2 саҡрым оҙонлоҡтағы автомобиль юлы тоннеле төҙөлөшөн тамамлауҙы, 2,5 саҡрым оҙонлоҡтағы күпер үткәүелен, М-5 «Урал» федераль трассаһына йәнәш 14 саҡрым оҙонлоҡтағы автомобиль юлын, түләтеү пункттарын төҙөүҙе, шулай уҡ юл хәрәкәте менән идара итеү системаһын булдырыуҙы һәм махсуслаштырылған юл-файҙаланыу предприятиеһын төҙөүҙе күҙ уңында тота.
Бынан алдараҡ төҙөлөштөң 2018 йылдың аҙағына тиклем тергеҙеләсәге билдәле булды.
http://www.bashinform.ru/news/1215816-vostochnyy-vyezd-iz-ufy-budet-platnym-dlya-avtomobilistov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика