05:35 (UTC+5), 24 Сентябрь 2018

Октябрьскийҙа яңы һыу тәьминәте системаһы төҙөлдө

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Октябрьский ҡалаһында Стивензя йылғаһындағы һыу һаҡлағысы базаһында 1,8 миллиард һумлыҡ яңы һыу тәьминәте системаһы файҙаланыуға тапшырылды. 22 сентябрҙә «Октябрьсккоммунводоканал» муниципаль унитар предприятиеһының баҫым резервуарҙары майҙансығында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов булды. Төҙөлөш республиканың 100 йыллығына тамамланды.
Предприятие директоры Айҙар Иманғолов һүҙҙәренсә, элек ҡала Яҡшы һыу алыу ҡоролмаһының ер аҫты сығанаҡтарынан, шулай уҡ Татарстан биләмәһендә урынлашҡан ике һыу алыу ҡоролмаһынан һыу менән тәьмин ителде. Был схема эсәр һыу сифаты буйынса норматив күрһәткестәрҙе тәьмин итмәне, ә объекттарҙың ныҡ туҙыуы һәм йәйге осорҙа һыуға ҡытлыҡ халыҡҡа өҙлөкһөҙ һыу биреүҙе гарантияламаны. Һөҙөмтәлә яңы, заманса һыу тәьминәте системаһы төҙөргә ҡарар ҡабул ителде.
Рөстәм Хәмитов яңы һыу тәьминәте системаһын төҙөүселәргә рәхмәт әйтте һәм ҡала халҡы һыу сифатының үҙгәреүен тойоу-тоймауҙары менән ҡыҙыҡһынды. Предприятие хеҙмәткәрҙәре һүҙҙәренсә, хатта махсус тикшеренеүҙәрһеҙ ҙә ул байтаҡҡа яҡшырҙы.
- Проблема бар ине: һыу етмәү – бер, өҙөклөктәр – ике, һыу сифаты бөтөнләй насар – өс. Бынан тыш, яңы биҫтәләр буйынса үҫеш перспективалары булманы тиерлек, сөнки һыу етмәй ине, - тип йомғаҡланы республика Башлығы. - Хәҙер яңы һыу тәьминәте системаһын төҙөнөк. Ғөмүмән әйткәндә, 100 мең кеше йәшәгән ҡала өсөн яңы һыу алыу ҡоролмаһы – ул бөгөн бик һирәк осрай торған хәл. Ул беҙгә: беренсенән – сифат, икенсенән – тейешле күләмдәге һыу бирҙе, өсөнсөнән – бөтә замансалашты. Һөҙөмтәлә был инфраструктура ҡалаға оҙаҡ йылдар үҫешергә, алға барырға ярҙам итә.
Төбәк етәксеһе яҡын ваҡытта ҡалаға канализация системаһын яңыртырға, яңы таҙартыу ҡоролмалары төҙөргә кәрәк тип айырып әйтте. Был маҡсатҡа тағы 1,5 миллиард һумлап кәрәк була. Әле уҡ проект эшләү, тейешле документтар әҙерләү менән шөғөлләнергә кәрәк.
1 из 5
http://www.bashinform.ru/news/1214975-v-oktyabrskom-postroena-novaya-sistema-vodosnabzheniya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика