Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
82.3
-0.47
93.68
-0.48
65.27
+0.6
14+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Сентябрь 2018, 12:25
Дәүләт Думаһында Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын төҙөп бөтөргә ярҙам итәсәк закон проектын хупланылар
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Дәүләт Думаһы уҙған йылдың ноябрендә билдәләнгән һалым ҡануниәтенең айырым сикләүҙәренә ҡарата 2023 йылдың 1 ғинуарына тиклем кисектереүҙе индереүҙе күҙ уңында тотҡан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай индергән закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.
Республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, һүҙ 2018 йылдың 1 ғинуарына тиклем төҙөлгән концессия килешеүҙәре нигеҙендә алынған бюджет инвестициялары иҫәбенә автомобиль юлдары һәм яһалма юл ҡоролмалары төҙөү һәм яңыртыу буйынса проекттарҙы ғәмәлгә ашырған концессионер ойошмаларға ҡарата бюджет аҡсаһына һатып алынған тауарҙарға, эштәргә, хеҙмәттәргә өҫтәлгән хаҡҡа һалымды тотоп ҡалыу хоҡуғы тураһында бара.
«Былтыр Һалым индексына индерелгән үҙгәрештәр юл төҙөлөшө өлкәһендә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу менән бәйле билдәле бер ауырлыҡтар тыуҙырҙы, - тип аңлатма бирҙе Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев. - Беҙҙең республикала Көнсығыш сығыу юлы тип йөрөтөлгән Өфөнән федераль тәғәйенләнештәге М-5 «Урал» юлына яңы сығыу юлы төҙөү буйынса проект шуға миҫал булып тора. Ул автомобиль юлы тоннелен, Ҡариҙел йылғаһы аша күперҙе һәм дөйөм 18 саҡрым самаһы оҙонлоҡта автомобиль юлын төҙөүҙе күҙ уңында тота. «Көнсығыш сығыу юлы» буйынса концессия килешеүе 2017 йылдың 1 июнендә төҙөлдө. Төҙөлөштөң дөйөм финанслау күләме 2018-2021 йылдар дауамында 34 миллиард һум тәшкил итә. Проекттың финанс моделе республика ҡаҙнаһынан концессионерға бюджет инвестициялары формаһында 24,5 миллиард һум күләмендә капиталь грант түләүҙе иҫәптә тота. Ошондай финанслау формаһы концессионерға шул иҫәптән капиталь грант аҡсаһы иҫәбенә түләнгән тауарҙар, эштәр һәм хеҙмәттәр суммаһына НДС-ҡа ингән тотоп ҡалыуҙы күрһәтергә мөмкинлек бирҙе. Ул шул мәлдә ғәмәлдә булған Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексы редакцияһына тап килде».
Республика парламенты спикеры аңлатыуынса, уҙған йыл аҙағында үҙгәрештәр индергәндән һуң һатып алыусының субсидиялар йәки бюджет инвестициялары иҫәбенән түләнгән тауарҙарға, эштәргә, хеҙмәттәргә НДС-тан тотоп ҡалыуға туранан-тура тыйыу индерелде.
«НДС-ты кире ҡайтарыу мөмкин булмау менән бәйле концессионерҙың проектты тормошҡа ашырыу буйынса сығымдарын финанслауға 3,75 миллиард һум күләмендә дефицит килеп сыға. Һөҙөмтәлә республика ҡаҙнаһынан концессия килешеүе буйынса түләү ошо суммаға артырға тейеш. Был аҡсаны экономиялау өсөн беҙ тәҡдим иткән закон проекты әҙерләнде лә инде, — тип өҫтәне Константин Толкачев. — Башҡортостан – инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу менән ошондай хәл килеп тыуған берҙән-бер субъект түгел. Федераль үҙәк төбәктәрҙең проблемаларын аңланы. Беҙҙең закон проектын Рәсәй Хөкүмәте, Дәүләт Думаһының Бюджет һәм һалым буйынса комитеты хупланы. Дәүләт Думаһы депутаттары уны оператив рәүештә беренсе уҡыуҙа ҡараны. Оҙаҡламай уның буйынса аҙаҡҡы ыңғай ҡарар ҡабул ителер тип ышанам. Ул беҙгә Өфө һәм бөтә республика өсөн мөһим проектты ғәмәлгә ашырырға мөмкинлек бирер».
http://www.bashinform.ru/news/1215314-v-gosdume-podderzhali-zakonoproekt-kotoryy-pomozhet-dostroit-vostochnyy-vyezd-iz-ufy/
Автор:
Гөлфиә Акулова
Теги:
өфөнән көнсығыш сығыу юлы
Читайте нас: