11:31 (UTC+5), 24 Сентября 2018

Башҡортостанда эшһеҙҙәр күпме ала – яңы мәғлүмәттәр

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Августа Башҡортостанда эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләме 4 283 һум йәки эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы дәүмәленән 46,9% тәшкил итте.
Халыҡ мәшғүлллеге мәғлүмәт порталында хәбәр ителеүенсә, төбәктә минималь күләмдә эшһеҙлек буйынса пособие алыусыларҙың өлөшө — 28,6%, ә максималь пособие алыусылар — 57,7%.
1 сентябргә Башҡортостандың халыҡ мәшғүллеге үҙәктәрендә теркәлгән эшһеҙҙәр һаны 18,7 мең кешенән ашҡан. Был йыл башына ҡарағанда 1,9 мең кешегә йәки 9,3% аҙыраҡ.
2018 йылдың май-июль айҙарында һайланма тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда эшсе көстәр — 1,966 миллион кешенән ашыу.
Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы стандарттарына ярашлы, эшһеҙҙәр һаны 90,5 мең кешегә тиклем кәмегән. Был 2017 йылдың ғинуар-июленә ҡарағанда 19,1% аҙыраҡ. Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы методологияһы буйынса, төбәктә эшһеҙлек кимәле 4,6 процентҡа тиң.
http://www.bashinform.ru/news/1214589-skolko-poluchayut-bezrabotnye-v-bashkirii-novye-dannye/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика