07:20 (UTC+5), 20 Сентября 2018

Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе ғинуар-августа 3,5% артҡан

Эльвира Латипова
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе индексы ғинуар-августа – 103,5%, августа 105% тәшкил иткән. Яңы мәғлүмәттәрҙе Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең республика бүлексәһе баҫып сығарҙы.
Атап әйткәндә, табыу-сығарыу өлкәһендә продукция етештереү күләме ғинуар-августа уҙған йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда 6,1% артҡан. Ошо эшмәкәрлек төрө буйынса ғәмәлдәге хаҡтарҙа ойошмалар әйләнеше 99 миллиард һум күләмендә барлыҡҡа килгән.
Эшкәртеүсе етештереүҙәрҙең дөйөм һөҙөмтәһе — плюс 2,2%. Әйләнеш — 946 миллиард һум.
Электр энергияһы, газ һәм быу менән тәьмин итеү өлкәһендә мәшғүл предприятиелар ошо уҡ осорҙа етештереү күләмен – 1,4% (дөйөм әйләнеш 153 миллиард һум тәшкил иткән), һыу тәьминәте һәм ҡулланған һыуҙы сығарыу, ҡалдыҡтар йыйыу һәм утилләштереү, бысраҡты бөтөрөү менән шөғөлләнгән ойошмалар 8% арттырған (әйләнеш — 19 млрд һум).
http://www.bashinform.ru/news/1213762-promyshlennoe-proizvodstvo-v-bashkirii-v-yanvare-avguste-vyroslo-na-3-5/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика