04:50 (UTC+5), 19 Сентябрь 2018

ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумы Башҡортостандың танылыуына булышлыҡ итә – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумы республиканың танылыуына булышлыҡ итә. Ошо хаҡта кисә ТАСС агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.
- Форум республиканың бөтә эшҡыуарлыҡ берләшмәһенә ҡеүәтле дәртләндергес көс бирә. Ошондай ваҡиғалар бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн дөрөҫ фон төҙөй, уның мөһимлеген булдыра һәм яҡшы мәктәп булып тора, - тине Рөстәм Хәмитов. - Башҡортостан да дивиденттарын ала. Беҙгә килгән, беҙҙең хаҡта танып белгән аудитория киңәйә. Отелдәребеҙ, ресторандарыбыҙ тулылана.
Баш ҡала төбәктәренән тыш ошондай форумдар уҙғарыу биләмәләрҙең хәрәкәтсән үҫешеүенә булышлыҡ итә, тип айырып әйтте республика етәксеһе.
- Мәскәү форумдарға бай. Петербург – бик матур, ҡыҙыҡлы ҡала һәм унда миллионлап кеше килә. Ә Рәсәй Федерацияһының төпкөл урындарында урынлашҡан субъекттарға был йәһәттән нимә эшләргә? - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. - Беҙгә лә ҡыҙыҡлы урындар булдырырға кәрәк. Бөтә был әүҙемлекте Рәсәйҙәге ике-өс ҡалаға ҡалдырырға ярамай ҙа инде. Был эшкә Рәсәйҙең бөтә төбәктәрен дә йәлеп итергә кәрәк. Ул илебеҙ өсөн мөһим.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, октябрҙә Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең дүртенсе бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумы үтә. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ошо берләшмәләргә ингән дәүләттәр эшҡыуарҙарының үҙ-ара эш итеүе өсөн ошондай майҙансыҡ булдырыу инициаторы булып сығыш яһаны. 2015 йылдың июлендә Өфөлә уҙған ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттарында был башланғысты Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин хупланы.
- Был форум бөгөн бәләкәй һәм урта, эре эшҡыуарлыҡ өсөн кәрәк. Уға ҡыҙыҡһыныу ҙур, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. - Алдағы өс форумда беҙҙә Өфөлә 4 меңдән ашыу ҡатнашыусы – донъяның 26 иле һәм Рәсәй Федерацияһының 63 төбәге вәкилдәре булды.
http://www.bashinform.ru/news/1212863-forum-malogo-biznesa-shos-i-briks-sposobstvuet-uznavaemosti-bashkortostana-rustem-khamitov/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика