06:50 (UTC+5), 19 Сентября 2018

Башҡортостанды ил иҡтисадын тотоп торған төбәктәр исемлегенә индергәндәр

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы ил иҡтисадын тотоп торған һәм тотоп торасаҡ (2024 йылғаса фараздар) ун төбәк исемлеген баҫып сығарҙы. Федерацияның ошо субъекттары, ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылда тулайым төбәк продукты күләменең яртыһынан күберәген барлыҡҡа килтерә – 52,1%. Исемлеккә Башҡортостан Республикаһы ла ингән, тип хәбәр итә РБК.
Шулай уҡ алдынғыларҙа Мәскәү, Санкт-Петербург, Мәскәү һәм Свердловск өлкәләре, Ханты-Манси автономиялы округы, Ямал-Ненец автономиялы округы, Краснодар һәм Красноярск крайҙары һанала.
«Тулайым төбәк продукты буйынса мәғлүмәттәр ғәҙәттә бер аҙ һуңлап килеп сыға: Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте 2016 йыл һөҙөмтәләрен уҙған йыл аҙағында ғына баҫып сығарҙы. Иҡтисади үҫеш министрлығы үҙ фараздарында төбәктәрҙе бүлеп күрһәтмәй, ләкин үҫеш һәм төшөү буйынса рекордсыларҙы билдәләй», — тип яҙа баҫма.
Алдан Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов алты йылдан республиканың тулайым төбәк продукты 2 триллион һумдан артып китергә тейеш тип хәбәр итте. Ошо хаҡта төбәк етәксеһе Рәсәй Президентының «2024 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында»ғы яңы май Указына арналған кәңәшмәлә белдерҙе.
http://www.bashinform.ru/news/1213124-bashkiriyu-vklyuchili-v-spisok-regionov-na-kotorykh-derzhitsya-ekonomika-strany/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика