07:10 (UTC+5), 18 Сентября 2018

Республикала йорттарҙы капиталь ремонтлауға иғәнә йыйыу 94,4% еткән

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлауға түләү йыйыу үҫә, тип хәбәр иттеләр Төбәк операторында.
Ағымдағы йылдың 10 сентябренә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, был күрһәткес республикала 94,4% еткән, былтыр 91,2% булған. 2018 йыл башынан Башҡортостанда йәшәүселәр йорттарҙы капиталь ремонтлауға бөтәһе 1,810 миллиард һумдан ашыу аҡса түләгән. Түләүҙәр буйынса бурыс 140 миллион һумдан ашып китә.
Күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонтҡа аҡса йыйыу буйынса иң түбән күрһәткестәр – 75 проценттан кәм - республиканың Баймаҡ, Ҡыйғы һәм Ейәнсура райондарында теркәлгән.
Көйөргәҙе, Хәйбулла, Стәрлебаш һәм Балтас райондарынан тыш, байтаҡ райондар 75-80 процент сигенән үткән.
Башҡортостанда капиталь ремонт өсөн түләүҙәр йыйыу буйынса тәүге өсәүгә Балаҡатай (122,8%), Бөрйән (109,9%) һәм Бүздәк (105,6%) райондары ингән.
Баш ҡалаға килгәндә, түләү йыйыу әле 93,6% тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр Төбәк операторында.
Күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт программаһы 2014 йылдың октябренән эшләй. Бөгөнгө көнгә республиканың капиталь ремонт программаһына 16 965 йорт индерелгән, уларҙың 4 984-е – Өфөлә.
http://www.bashinform.ru/news/1212530-sobiraemost-vznosov-na-kapremont-domov-dostigla-v-bashkirii-94-4/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика