11:46 (UTC+5), 17 Сентября 2018

Федераль үҙәк Башҡортостанға 3-сө бала өсөн түләүҙәр буйынса берлектә финанслауҙы арттырҙы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 2019 йылдан Башҡортостанға өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙары тыуған ғаиләләргә түләүҙәр буйынса федераль бюджеттан ярҙам ҡаралған. Ағымдағы йылда Рәсәй төбәктәренең күп балалы ғаиләләргә булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашыу шарты үҙгәрҙе.
«Әгәр 2017 йылға тиклем унда тыуым Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән кәмерәк булған 50 субъект ҡатнашһа, 2018 йылдан иһә тыуымдың дөйөм коэффициенты икегә тиклем арттырылды. Шулай итеп, программала Башҡортостан Республикаһы, Ҡалмыҡстан, Удмуртия, Төньяҡ Осетия — Алания, Әстрхан, Иркутск, Омск, Свердловск, Силәбе өлкәләре һәм Пермь крайы ҡатнаша», — тип аныҡлана Рәсәй Хөкүмәте ҡарарында.
Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Максим Топилин һүҙҙәренсә, берлектә финанслау тәртибе лә үҙгәрә. Әгәр быға тиклем төбәктәр өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙары тыуған ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүгә — 70, ә федераль үҙәк 30% бүлһә, киләһе йылдан киреһенсә була. Шуға ярашлы, пособиеларҙы федераль ҡаҙнанан финанслау 20 миллиард һумға арттырыла.
Әле Башҡортостанда өсөнсө һәм артабанғы балалар өсөн пособие күләме 8993 һум тәшкил итә. Республикала 2932 ғаилә ошондай ярҙам ала.
Белешмә
Өсөнсө һәм артабанғы бала өсөн пособие сабыйға өс йәш тулғансы түләнә. Ағымдағы йылдың 8 айында пособиеның ошо төрөнә ике кимәлдәге бюджеттарҙан 177,5 миллион һум йүнәлтелгән. Бындай пособиеға йән башына уртаса килеме 8483 һумдан аҙыраҡ булған ғаиләләр дәғүә итә ала. Уны алыу өсөн күп функциялы үҙәк офистарына, республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәктәре филиалдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Түләүҙе дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла рәсмиләштерергә мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1212063-federalnyy-tsentr-uvelichil-bashkirii-sofinansirovanie-po-vyplatam-za-rozhdenie-3-go-rebenka/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика