10:54 (UTC+5), 13 Сентябрь 2018

Ял көндәрендә баш ҡалала ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола

Өфө хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Ял көндәрендә Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола. Улар иртәнге сәғәт 10-дан 4-кә тиклем эшләй.
Шәмбе, 15 сентябрҙә, йәрминкәләр
— Димдә — «Магнит» гипермаркеты алдында (Дағстан урамы, 2);
— Ленин районында — Солтанов урамы, 2-се йорт янындағы боролош ҡулсаһы майҙансығында; Затонда — «Тулҡын» скверы алдында;
— Орджоникидзе районында — С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда (Беренсе Май урамы, 14);
— Совет районында — Йәштәр һарайы алдында (Октябрҙың 50 йыллығы урамы, 2) уҙғарыла.
15 һәм 16 сентябрҙә йәрминкәләр Черниковкала, Интернациональ һәм Машина эшләүселәр урамдары сатында, Инорста — Мушников-Баландин киҫелешендә ойошторола.
Шулай уҡ шәмбе Спорт һарайы алдында ҙур бал фестивале була.
Көндәрҙең йылы тороуына бәйле йәрминкәләрҙә ит, ит-һөт ризыҡтарын һатыу тыйыла, тип иҫкә төшөрҙөләр Сауҙа һәм хеҙмәттәрҙе координациялау идаралығында.
http://www.bashinform.ru/news/1210447-v-ufe-v-vykhodnye-proydut-selkhozyarmarki-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика