04:40 (UTC+5), 13 Сентября 2018

Республиканың һөт тармағын үҫтереүгә 37 миллиард һум һалалар

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Төбәктә «Башҡортостан Республикаһында һөт тармағын үҫтереү» комплекслы программаһы раҫланды. Башҡортостан Хөкүмәтенең ярашлы ҡарары хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты.
Программа 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән. Уны тормошҡа ашырыуға 36,8 миллиард һум һалыу күҙаллана, өҫтәүенә аҡсаларҙың ҙур өлөшө – 34,9 миллиард һум – бюджеттан тыш сығанаҡтарға тура килә. Бюджет финанслауы программаны ғәмәлгә ашырыуҙың тәүге өс йылына ғына ҡаралған: һүҙ федераль ҡаҙнанан 1,3 миллиард һум һәм республиканан 0,6 миллиард һум тураһында бара.
Программа Рәсәйҙең һөт тармағы лидеры булараҡ Башҡортостан имиджын булдырырға, республика баҙарын урындағы һөт продукцияһы менән байытырға, республикала һөт тармағының инвестицион йәлеп итеүсәнлеген тәьмин итергә ярҙам итер тип көтөлә. Төбәктә юғары сифатлы һөт сеймалын юғары технологик етештереү циклы менән 20-нән ашыу яңы индустриаль һөт комплексы, 1000-гә тиклем өҫтәмә юғары етештереүсән эш урыны булдырыу күҙаллана.
Рәсәйҙең һөт етештереүселәр союзы идараһы рәйесе Андрей Даниленко һүҙҙәренсә, республиканың һөт тармағы инвестиция потенциалы бөгөн ярайһы уҡ юғары. Бындай фекерен ул Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов уҙғарған Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында әйтте.
- Беҙ белгестәр менән йылдан ашыу республика биләмәһендә эшләнек һәм Фәндәр академияһы, Ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә ентекләп анализланыҡ, - тине Андрей Даниленко. - Башҡортостан юғары өҫтәлгән хаҡ менән аҙыҡ-түлек – сырҙар, әҙер балалар ҡатышмалары сығарып, Рәсәйҙә һөт тармағы флагманы булып килетеүе мөмкин.
Программа иҡтисади хәлдәге үҙгәрештәргә, атап әйткәндә, конкурент-төбәктәр үҫешенә иғтибар итергә тейеш, тип айырып әйтте Башҡортостан Башлығы. Шул уҡ ваҡытта республика һалған ресурстар ысынлап та һөҙөмтәле файҙаланһын өсөн проекттарҙың тормошсанлығын һәм инвесторҙарҙың мөмкинлектәрен объектив баһалау мөһим.
- Был программа буйынса кисектермәйенсә эшләй башлайбыҙ, - тине Рөстәм Хәмитов. - Ҡаты контроль була. Беҙ даими рәүештә нимә барлығын күрергә, кәрәк булһа, төҙәтмәләр индерергә тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1210086-v-razvitie-molochnoy-otrasli-bashkortostana-vlozhat-pochti-37-mlrd-rubley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика