08:29 (UTC+5), 13 Сентября 2018

Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын төҙөү ошо йылдың аҙағына тиклем башланырға тейеш

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын төҙөү 2018 йылдың аҙағына тиклем башланырға тейеш. Башҡортостан Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, ошо көндәрҙә Владивостокта барған Көнсығыш иҡтисади форумында сығыш яһап, шул хаҡта белдерҙе, тип яҙа ТАСС.
«Әле эшләгән иң ҙуры [инфраструктура проекты] — Өфө аша М-5 һәм М-7 федераль трассаларын тоташтырған Көнсығыш сығыу юлы проекты. Яҡынса хаҡы — 35 миллиард һум. Быйыл, әгәр барыһы ла һәйбәт барһа, беҙ төҙөлөшкә сығырға тейешбеҙ», — тине ул.
Проект БРИКС-тың Яңы үҫеш банкы һәм концессионер аҡсаһы иҫәбенә өлөшләтә финанслана. Бынан тыш, бюджет-ара трансферттар рәүешендә федераль ярҙам планлаштырыла. Концессионерҙың бурысы — 1992 йылда башланған 1,2 саҡрым оҙонлоғондағы автомобиль юлы тоннелен, 2,5 саҡрым оҙонлоҡтағы күпер үткәүелен, М-5 «Урал» федераль трассаһына йәнәш 14 саҡрым оҙонлоҡтағы автомобиль юлын, түләтеү пункттарын төҙөүҙе тамамлау, шулай уҡ юл хәрәкәте менән идара итеү системаһын булдырыу һәм махсуслаштырылған юл-файҙаланыу предприятиеһын төҙөү.
Ҡала аша М5 трассаһынан М7-гә коридорҙың генераль подрядсыһы — Төркиәнең Limak Group төҙөлөш компанияһы. Бынан алда «Башинформ» Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөн 2021 йылдың декабренә тамамларға ниәтләүҙәре тураһында хәбәр иткәйне. Тәүге бер нисә йылда юлдан йөрөү бушлай.
http://www.bashinform.ru/news/1210186-stroitelstvo-vostochnogo-vyezda-iz-ufy-nachnetsya-do-kontsa-etogo-goda/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика