12:14 (UTC+5), 13 Сентября 2018

Башҡортостандың хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса тәжрибәһе тотош Рәсәйгә таратыла

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы Рәсәй комиссияһы Башҡортостандың эшләгән халыҡҡа ярҙам күрһәтеү буйынса байтаҡ башланғыстарын башҡа төбәктәргә таратырға тәҡдим итте. Бөгөн Өфөләге Конгресс-холда Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы республика комиссияһының тантаналы ултырышында иң яҡшы тәжрибәләр билдәләнде.
Әйтәйек, бына 18 йыл инде Башҡортостанда иң яҡшы коллектив килешеүе конкурсы ойошторола. Республика илдә беренселәрҙән булып лайыҡлы хеҙмәтте үҫтереү программаһын ҡабул итте. Ошонда уҡ эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарға социаль ярҙам кәрәклеге аныҡ билдәләнде.
«Республикалағы беренсел профсоюз ойошмаларының 97,5% коллектив килешеү бар. Был ил буйынса уртаса алғанда юғарыраҡ (92,5%), — тине Рәсәйҙең Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе урынбаҫары Нина Кузьмина. — Коллектив килешеүҙәр эшләүселәрҙең 98,5% ҡағыла, был да Рәсәй буйынса алғанда күберәк (95,6%). Һуңғы ун йылда өс яҡлы республика комиссияһы 115 норматив-хоҡуҡи акттарҙы ҡараған. Байтаҡ позитив яңылыҡтар ошо ерҙә тыуа».
Өс яҡлы республика комиссияһының бурысы баҙар шарттарында «гуманизм философияһын, хеҙмәткә ғәҙел ҡарашты тормошҡа ашырыу»ға ҡайтып ҡала, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов. Был «кешене аҡса, ресурс итеп ҡараған» баҙар иҡтисадының социаль өлкәгә тәьҫирен йомшартырға мөмкинлек бирергә тейеш. Өс яҡлы комиссияның төп бурыстары иҫәбендә республика Башлығы 155 тармаҡ һәм территориаль килешеүҙәрҙә нығытылған бөтә социаль гарантияларҙы үтәүҙе атаны.
Рөстәм Хәмитов фекеренсә, бизнес «цивилизациялы була бара». 2015 йылдан социаль яуаплы эш биреүселәр реестрына 82 ойошма индерелгән.
«Республика эш урындарының хәүефһеҙлеге, эшселәрҙең һаулығы тураһында хәстәрлек күргән, хеҙмәт хаҡын күтәреү, социаль именлек, шул иҫәптән торлаҡ биреү өсөн мөмкинлектәр тапҡан эш биреүселәрҙе яҡлай һәм киләсәктә лә яҡлар», — тине Рөстәм Хәмитов.
Һуңғы йылдарҙағы позитив трендтар араһында Башҡортостан Башлығы эшһеҙҙәрҙең аҙайыуын, производствола имгәнеүҙәрҙең кәмеүен һәм инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу йәһәтенән «һиҙелерлек алға китеш»те атаны. Яңы өс яҡлы килешеүгә эшләгән пенсионерҙарға һәм пенсия алды йәшендәгеләргә өҫтәмә ярҙам сараларын индерергә кәрәк, тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов.
http://www.bashinform.ru/news/1210609-opyt-bashkirii-po-regulirovaniyu-trudovykh-otnosheniy-rasprostranen-po-rossii/
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика