07:25 (UTC+5), 13 Сентябрь 2018

Башҡортостан делегацияһы Көнсығыш иҡтисади форумында эшен тамамланы

Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан делегацияһы Владивостокта уҙған Көнсығыш иҡтисади форумында эшен тамамланы. Форум йомғаҡтары буйынса 36 милллиард һумлыҡ капитал һалыуға инвестиция ниәттәре тураһында документ – «Таурус» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән Стәрлетамаҡ районында Ғүмәр ятҡылығы базаһында кальцийлы сода етештереү буйынса завод төҙөү буйынса килешеү төҙөлдө.
Форум даирәләрендә Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Вадим Живулин, Рәсәйҙең тура инвестициялар фонды генераль директоры урынбаҫары Александр Малах, Внэшэкономбанк рәйесе урынбаҫары, «Моноҡалаларҙы комплекслы үҫтереү» программаһы етәксеһе, Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды генераль директоры Ирина Макиева һәм Ҡытай ассоциацияһы ҡарамағында Рәсәй үҙәге генераль секретары Хэ Чжэньвэй менән һөйләшеүҙәр булды. Шулай уҡ «Тау» компаниялар төркөмө, «ФосАгро-Регион» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм Мәскәүҙә Hitachi Ltd акционерҙар компанияһы вәкиллеге етәкселеге менән.
Был осрашыуҙар республика етәкселеге бизнес һәм үҫеш институттары менән һөҙөмтәле тура элемтә төҙөү маҡсатында ойошторолдо, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығында.
Делегация ағзалары инвесторҙарға инфраструктура яғынан булышлыҡ итеү, эшҡыуарлыҡ мөхитендә системалы үҙгәрештәр менән идара итеү механизмдарына, шулай уҡ эшҡыуарҙар тап килгән проблемаларға арналған панель сессияларҙа ҡатнашты.
http://www.bashinform.ru/news/1210411-delegatsiya-bashkirii-zavershila-rabotu-na-vostochnom-ekonomicheskom-forume/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика