13:40 (UTC+5), 12 Сентября 2018

Владивостокта Башҡортостан делегацияһы республикала ике агломерация үҫеше тураһында һөйләне

Эльвира Латипова
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Бөгөн Владивостокта IV Көнсығыш иҡтисади форумының икенсе эш көнө бара. Ҡатнашыусылар араһында – республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендә Башҡортостан делегацияһы. Икенсе көндө тәүге сара стратегик планлаштырыу мәсьәләләренә яуаплы Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Вадим Живулин менән осрашыу булды. Унда шулай уҡ республиканың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков ҡатнашты.
Осрашыуҙа, атап әйткәндә, һүҙ Рәсәйҙең 2025 йылға тиклем арауыҡ үҫеш стратегияһы проекты тураһында барҙы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә. Сергей Новиков стратегияның һәр өлөшөндә ентекләп туҡтаны һәм хәҙер республика уны тулыландырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләүен хәбәр итте. Яҡын ваҡытта иҫкәрмәләр Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығына йүнәлтеләсәк.
Рәсәйҙең 2025 йылға тиклем арауыҡ үҫеш стратегияһы һәр төбәк өсөн, уның сәнәғәт һәм логистика үҙенсәлегенән сығып, тармаҡ махсуслаштырыуын билдәләй. Иҡтисади үҫеште агломерацияларға туплау күҙаллана. Документ проекты Башҡортостанда – Өфө һәм бер нисә район: Ауырғазы, Благовещен, Благовар, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Өфө һәм Шишмә райондары ингән Өфө агломерацияһын билдәләй. Республика Хөкүмәте Өфө агломерацияһын Архангел, Нуриман, Бөрө, Мишкә, Саҡмағош, Бүздәк һәм Дәүләкән райондары иҫәбенә киңәйтеү яҡлы сығыш яһай. Өҫтәмә тағы ла бер сәнәғәтле үҫеш биләмәһе бүлергә тәҡдим ителә: Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, шулай уҡ Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондары. Уны шартлы рәүештә Көньяҡ Башҡортостан агломерацияһы тип атағандар.
Республиканың тағы ла бер тәҡдиме – Башҡортостандың махсуслаштырыу исемлегенә компьютерҙар, электрон оптик изделиелар, электр ҡорамалдар етештереүҙе индереү. Әле компетенциялар иҫәбендә – ауыл хужалығы, файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу, нефть химияһы, металлургия, приборҙар, машиналар эшләү, туризм, IT, йорт йыһаздары, кейем, аҙыҡ-түлек, дарыу һәм медицина изделиелары етештереү.
http://www.bashinform.ru/news/1209719-vo-vladivostoke-delegatsiya-bashkirii-podelilas-svoim-videniem-prostranstvennogo-razvitiya/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика