07:25 (UTC+5), 12 Сентября 2018

Өфөлә федераль программа буйынса ремонт 70% үтәлгән

Өфө хакимиәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» программаһы буйынса урам-юл селтәре ремонты 70 процентҡа үтәлгән, тип хәбәр иттеләр Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Юл һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү, ремонтлау идаралығында. Бөгөнгө көнгә эштәр 55 объектта бара, уларҙың 52-һе планға ярашлы һәм өсәүһе – тендерҙарҙа экономияланған аҡсаға (СССР-ҙың 50 йыллығынан Шафиев урамына тиклем Октябрь проспекты, Өфө – Шакша юлы (Перспектива урамы), Конституция урамынан Ульяновтар урамына тиклем Ҡулса урамы).
Бөтә объекттарҙа деформация һәм ярыҡтар барлыҡҡа килеүҙе кәметеү өсөн уйлап сығарылған Superpave технологияһы файҙаланыла.
Быйыл биҫтәләрҙе, кварталдарҙы үҙ-ара бәйләүсе урамдарҙы ремонтлауға айырым иғтибар бүленә. Черниковка юлдары пландан 60% тәшкил итә, уҙған миҙгелдә 50% булды.
Юл һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү, ремонтлау идаралығында башҡарылған эштәрҙең сифатын билдәләнеләр, ҡалала соҡорҙарҙы ремонтлау күләменең 4 тапҡыр ҡыҫҡарыуын күрһәтеп.
Программаны ике йыл ғәмәлгә ашырғанда баш ҡалала бөтәһе 137 саҡрым урам йүнәтелде. «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» проекты федераль һәм республика бюджеттарынан бер тигеҙ – йыл һайын һәр ҡайһыһынан 1-шәр миллиард һум финанслана.
http://www.bashinform.ru/news/1209740-v-ufe-remont-po-federalnoy-programme-vypolnen-na-70/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика