10:11 (UTC+5), 11 Сентября 2018

Республикала йорттарға 1,5 миллиард һумлыҡ капиталь ремонт яһау өсөн подрядсылар һайлайҙар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. 1 октябргә Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский, Нефтекама ҡалаларында, шулай уҡ Белорет, Мәләүез, Ишембай һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау өсөн подрядсылар һайлау буйынса электрон аукциондар тәғәйенләнгән. Контракттарҙың максималь суммаһы — 1 миллиард 467 миллион һум. Заказсыһы — «Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙа дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау төбәк операторы» фонды.
Ҡыйыҡтарҙы (сауҙалашыуҙың башланғыс хаҡы — 326,7 миллион һум), дөйөм мөлкәтте (633,7 миллион) һәм фасадтарҙы (507,1 миллион) төҙөкләндереү өсөн подрядсылар айырым һайлап алына.
Килешеүҙәр буйынса бөтә эштәр 2019 йылдың ноябрь аҙағына тиклем тамамланырға тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1208884-v-bashkirii-vybirayut-podryadchikov-dlya-kapremonta-domov-obemom-1-5-mlrd-rubley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика