06:15 (UTC+5), 11 Сентября 2018

Эшҡыуар пенсионерҙарҙы Рәсәй Пенсия фондына түләүҙәрҙән бушатыуҙары ихтимал

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,/. Шәхси эшҡыуар булған пенсионерҙарҙы Пенсия фондына түләүҙәрҙән бушатыуҙары ихтимал, тип белеп ҡалды «Известия». Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы хөкүмәткә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү буйынса үрҙә аталған льгота ҡаралған проектты индерҙе.
Пенсионерҙарҙы 2019 йылдың 1 июленән түләүҙәрҙән бушатырға тәҡдим ителә. 2024 йылға тиклем был проектты тормошҡа ашырыуға 450 миллиард һум тирәһе тотоноу күҙаллана.
Алдан хәбәр ителгәнсә, әлеге ваҡытта шәхси эшҡыуарҙар Рәсәй Пенсия фондына килеме 12 айҙа 300 мең һумдан артмаһа йылына 26 545 һум түләргә тейеш. Бер йылда алған килеме был сумманан артҡан осраҡта табыштан 1 процент өҫтәлә.
Хөкүмәт был саранан тыш эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу өсөн кесе эшҡыуарлыҡтан дәүләт компаниялары һатып алыуҙарын үҫтерергә йыйына. 2024 йылға уларҙың күләме 4,2 триллион һумға етергә тейеш, тип хәтергә төшөрҙөләр баҫмала.
http://www.bashinform.ru/news/1208898-pensionerov-predprinimateley-mogut-osvobodit-ot-vznosov-v-pfr/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика